Рәсәй төбәктәре тышҡы сәйәси бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади стратегияһын юғары баһаланы. Республиканың был йүнәлештә эш тактикаһы федераль повестка менән бергә алып барыла. Һөҙөмтәлә республика Халыҡ-ара аренала Рәсәй мәнфәғәттәрен ҡеүәтләүсе әүҙем агентҡа әйләнде. Республиканың Евразия үҙәктәренең береһе булараҡ күрһәтелеүе лә ышаныслы партнерлыҡ булдырыуға этәргес. Шулай уҡ Төбәк башланғыстарының Дөйөм милли өҫтөнлөктәргә ҡороп эшләнеүе лә-уңыш күрһәткесе. Тажикстандағы проект та Евразия интеграцияһын тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә.

Көнбайыш баҫымы, санкцияларға ҡарамаҫтан, Башҡортостан властары тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, яңы баҙарға сығыу юлдарын таба. Әле Азия, Африка, Латин Америкаһы менән хеҙмәттәшлек булдырыла һәм беҙ үҙебеҙҙе яҡшы тоябыҙ. Ил президенты ла тура линия барышында Башҡортостан менән Тажикстан араһындағы бәйләнеште юғары баһаланы. Минеңсә, беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәр өсөн дә яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән хеҙмәттәшлек булдырыу өлгөһө булып тора.

Рәсүл Ғосманов, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ