Башҡортостанда балалар баҡсалары һәм мәктәптәр яңыртыла

Быйыл «Ғаилә» милли проекты менән «Ғаиләне яҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ике балалар баҡсаһында капиталь ремонт эшләнде. Атап әйткәндә, Әбйәлил районы Асҡар ауылы менән Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары төҙөкләндерелде. Һуңғы объектта эске биҙәкләү эштәре башҡарылған, тәҙрәләр, ишектәр яңыртылған, һыу, йылытыу һәм электр менән тәьминәт системалары алмаштырылған, уйын майҙансыҡтары ҡоролған. Балалар баҡсаһында әле Яңы йыл иртәлектәре үтә, ата-әсәләр ҙә ремонт эштәре һөҙөмтәләрен юғары баһалай.

Ә бына «Йәштәр һәм балалар» милли проектының мәғариф системаһын яңыртыу программаһы буйынса республиканың 35 мәктәбендә капиталь ремонт үтте. Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһына булған иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уҡыусылар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусылар, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүселәр арта. Быйыл Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты ла Яңы уҡыу йылына төҙөкләндерелеп, яңы мебель, ҡорамалдар менән йыһазландырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ