Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына бағышланған китап күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан милли китапханаһында мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды.

Экспозияла әҙиптең тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған яҙмалар һәм китаптар урын алды. Сығышы менән Тәтешле районынан булған ғалим һәм шағир Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнгән. Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы белгән мәғрифәтсе йөҙҙән ашыу әҫәр ижад иткән. Беҙҙең көндәргә уның 10-дан ашыу китабы һәм бер нисә тиҫтә ҡулъяҙма әҫәре килеп еткән. Ғәли Соҡоройҙоң иң ҙур эше уның шәжәрәһе-Табын ҡәбиләһе шәжәрәһенә бағышланған.

Ғәли Соҡоройҙоң шәхесенә һәм ижадына иғтибар артыуы бик ҡыуаныслы. Уның бай әҙәби мираҫы телде, тарихты өйрәнеүгә этәргес булып тора. Ғәли Соҡоройҙоң әҫәрҙәре шулай уҡ тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә.

Гөлшат Вафина, Тәтешле районы китапханалар системаһы директоры
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ