Ирекмәнлек үҫеше тураһында стратегия ҡабул ителде

Хөкүмәт раҫлаған документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға ярашлы, волонтер ойошмаларға һәр төрлө  ярҙам күрһәтелә, бындай эшмәкәрлеккә йәштәрҙе күберәк  йәлеп  итеү маҡсаты  ҡуйыла.  Башҡортостанда 158 меңдән ашыу ирекмән теркәлгән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында - 5-се урында. Радий Хәбиров белдереүенсә, иремәндәр ярҙамы менән төрлө ауырлыҡтарҙы еңдек. Ковид менән көрәштек, бергә урман янғындарын һүндерҙек. Бөгөн дөйөм көс менән махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтелә.

Фото №1 - Ирекмәнлек  үҫеше  тураһында стратегия  ҡабул ителде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ