Бындай норма инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге 4 йылында ғәмәлдә була, унан һуң 6 йыл буйы ҙур ташламалар ҡаралған. Инвестиция эшмәкәрлеге тураһында законға төҙәтмәләр индерелде. Ошо уҡ ҡанунға ярашлы, резиденттарға ер биләмәһен конкурсһыҙ алыу мөмкинлеге була. Закон "логистика паркы" тигән төшөнсәне аныҡлай. - Башҡортостан ҙур транспорт коридорҙары киҫелешендә урынлашҡан. Логистика парктары географик мөмкинлектәрҙе иҡтисади өҫтөнлөккә сығара ала, тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.




