Башҡортостан һәм Ташкент өлкәһе хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булып Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын булдырыу башланғысы тора.

Яҡтар проект мөмкинлектәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары ҡатнашлығында уны ғәмәлгә ашырыу буйынса артабанғы аҙымдарҙы тикшерҙе. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Иглин районында малсылыҡ хужалығын булдырыу һәм Ташкент өлкәһе биләмәһендә халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәген асыу буйынса проекттарҙы ҡараны. Бынан тыш, Башҡортостан делегацияһының «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу мәсьәләһе күтәрелде. Ул киләһе йыл апрелдә үтәсәк. Зойир Мирзаев берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ