Хеҙмәт карьераһы өсөн яңы йыл маршруты. Өфөнөң 75-се маршрут пассажирҙары ғәҙәти булмаған акцияла ҡатнашты. «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге «Башавтотранс» предприятиеһы менән берлектә юл йөрөүселәр өсөн байрам ойошторҙо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡала халҡын ҡотланы, бүләктәр таратты, йырланы һәм шиғырҙар уҡыны. Шулай уҡ пассажирҙар мәшғүллек үҙәге хеҙмәттәре менән танышты. Учреждение мәктәп уҡыусыларынан алып белгестәргә тиклем ярҙам итә. Бында бушлай уҡытыу һәм квалификацияһын үҙгәртеү өсөн мөрәжәғәт итәләр. Һуңғы отчет миҙгелендә 37 меңдән ашыу кеше ярҙам һорап килгән, уларҙың 21 меңе-эшкә урынлаштырылған. Әле базала 30 меңдән ашыу вакансия иҫәпләнә.



