«Кеше приюты» социаль үҙәгендә ай ярым эсендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 35 кешегә ярҙам күрһәтелгән. Бында уларға ваҡытлыса йәшәү урындары бүленгән, кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары ла килтерелгән. Бағыусылар ярҙамы менән улар йылы аш менән тәьмин ителгән. Биләмәлә социаль ашхана эшләй. Шулай уҡ мохтаждар өсөн театр, кинотеатрға барыу мөмкинлеге булдырылған. Яңы йыл алдынан улар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына концертҡа барасаҡ.



