Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте

Ябай ғына ауыл-ҡала малайҙарынан ысын ил батырҙары... Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте. Баҫмала республиканан сыҡҡан 14 Рәсәй геройының биографияһы, ата-әсәләре, уҡытыусылары, дуҫтарының хәтирәләре, хәрби частары тураһында мәғлүмәт бирелә, яугирҙарҙың ҡаһарманлығы һүрәтләнә. Шулай уҡ махсус хәрби операция, республиканың Ҡораллы көстәргә һәм Донбас халҡына күрһәткән ярҙамы хаҡында ла һүҙ бара. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәт йорто магазинында авторҙар, тарихсылар менән осрашыу уҙҙы. Кисәгә китап биттәрендә исемдәре мәңгеләштерелгән геройҙарҙың яҡындары ла саҡырылғайны.

Волна
Акции БСТ