Баш ҡаланың граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәте магазиндарҙа пиротехника тауарҙарының сертификатын, янғын һүндереү йыһаздарын тикшерә. “Бындай тауар һатып алғанда иғтибарлы булырға кәрәк” , - ти эшҡыуар Наил Усманов һөйләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова белдереүенсә, урындағы хакимиәт тарафынан петарда һәм салюттарҙы ҡулланыу буйынса махсус урындар бүленә.
Пиротехника – хәүефле тауар тип һанала. Шуға уны 16 йәштән генә һатып алырға рөхсәт ителә.




