Уларҙа 190 кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Владимир Горин һөйләй.
“Ҡышҡы осорҙа техноген янғындар электр селтәрҙәре, мейес һәм газ ҡорамалдары арҡаһында күберәк теркәлә”, - ти Владимир Горин.
Республиканың бөтә район һәм ҡалаларында 11 ғинуарға тиклем профилактик рейдтар уҙғарыла. Һауа торошо шарттарына бәйле “Йоҡа боҙ” профилактик акцияһы 31 декабргә тиклем дауам итә. Керәшен байрамында ла һыу объекттары иғтибар үҙәгендә була.




