Башҡортостанда яугирҙарға ярҙам күрһәтелә

2025 йылда Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға ҙур иғтибар бирелде. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. - Бөгөн Башҡортостанда 54 ярҙам сараһы бар. Уларҙың 11-е былтыр ғәмәлгә ингән. 2025 йылда  4 меңгә  яҡын  бала сиратһыҙ баҡсаларға  ҡабул ителде, 20 меңдән ашыу үҫмер түңәрәк һәм секцияларға бушлай  йөрөнө,  26 меңдән ашыу  кеше  "Ғаилә" үҙәктәренә  мөрәжәғәт итте, -тине ул. Башҡоростанда  27 ҡала һәм районда яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәктәре булдырылған. Киләсәктә улар һәр муниципалитетта асыла. Был бурыс Республика Башлығының шәхси контроленә  алынған.

Фото №1 - Башҡортостанда  яугирҙарға ярҙам күрһәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ