Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы трассаһында, Ҡариҙел һәм Абыҙ ауылдары араһында Өфө йылғаһы аша боҙҙан хәрәкәт рөхсәт ителде. 3 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы машиналарға үтергә ярай. Боҙ юлының оҙонлоғо 280 метр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай урындарҙан үткәндә хәүефһеҙлек талаптары үтәлергә тейеш. Билдәләнгән ауырлыҡты, тиҙлекте арттырырға ярамай.




