Башҡортостанда иртәгәнән янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелә

Премьер-министр  Андрей  Назаров  белдереүенсә, Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарында янғын хәүефе арта. Төп сәбәптәр - хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү,пиротехника ҡулланыу, төҙөк булмаған электр приборҙары һәм гирляндалар. -Каникул 12 көнгә һуҙыла, ашығыс хеҙмәттәр өсөн көсөргәнешле эш ваҡыты, - тине Андрей Назаров. Янғынға ҡаршы режим 11 ғинуарға тиклем ғәмәлдә була. Быйыл Башҡортостанда 7 мең 400-ҙән ашыу янғын булған.  Уларҙа 200-гә  яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән.

Фото №1 - Башҡортостанда иртәгәнән янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ