Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн геосәйәси шарттар ябайҙан түгел, тик Башҡортостан үҫеш юлын дауам итә. Республиканың яңы иҡтисади партнеры-Дүшәнбе. Төбәк башлығы Радий Хәбиров октябрҙә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был мөһим ваҡиға ил Президентының Тажикстанға сәфәре сиктәрендә үтте.
Документ яҡтарҙың преференциялы индустриаль парк төҙөүҙә хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Буласаҡ парк ун гектарға яҡын майҙанды биләйәсәк. Бында металлургия, станоктар етештереүҙе, медицина һәм еңел сәнәғәт тармаҡтары өсөн заводтар төҙөү күҙаллана. Радий Хәбиров яңы проект Башҡортостандың тышҡы иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим эш тип баһаланы.
Тажикистан хеҙмәттәшлек өсөн яңы йүнәлеш булһа, Белорусь республикаһы меннән иҡтисади партнерлыҡ йылдан-йыл нығый. Төплө, ышаныслы хеҙмәттәшлек сиктәрендә быйыл тағы ла ҙур һәм ҡыҙыҡлы проекттарға нигеҙ һалынды. Белоруссия республикаһы президенты Александр Лукашенко Башҡортостандың иҡтисади потенциалын хеҙмәттәшлек өсөн ҡыҙыҡлы һәм килемле тип баһаланы.
Башҡортостанда Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус предприятиеһы менән берлектә етештерелгән транспорт баш ҡала юлдарында йөрөй башлаясаҡ. Белорусь заводынан республикаға транспорттың кузовы алынһа, Өфөлә троллейбус электроникаға тоташтырыла, эстәге ҡоролмалары менән йыһазландырыла.
Бер йыл элек Өфөлә асылған «Амкодор Ағиҙел» заводы ла Белоруссия менән берлектә эшләгән ҡеүәтле холдинг. Минск урамында урынлашҡан предприятиела иген киптереү ҡоролмалары, элеваторҙар конструкциялары һәм ауыл хужалығы тауарҙарын һаҡлау комплекстары етештерелә.
Ташкент ҡалаһында үткән «Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә Башҡортостан менән Үзбакстан араһында тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Яҡтар араһында аҙыҡ-түлек тауарҙарын эшкәртеү, техник ҡоролмалар етештереү, туҡымалар һәм аяҡ кейеме экспорты 8 процентҡа артҡан. Ыңғай динамика сәнәғәт, нефть химияһы, сәнәғәт тармаҡтарында күҙәтелә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ташкентта Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияла ҡатнашты. Ултырыш йомғаҡтары буйынса яҡтар Үзбәкстан менән Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы.
Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Билдәләргә кәрәк, Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 4,2 процент өлөш менән етенсе урынды биләй. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ул 16,7 процентҡа үҫеш менән 198 миллион доллар самаһы тәшкил иткән.
Хеҙмәттәшлек даирәһен артабан да киңәйтеү маҡсатында республика Үзбәкстан партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә ниәтләй. Ҡулланыусылар өсөн кейем-һалым, аяҡ кейеме, көндәлек өсөн тауарҙар һәм башҡа продукция күләме тағы ла артасаҡ.
Иҡтисади үҫеш һәм миллиард һумдарға инвестициялар документҡа теркәлгән рәсми проект күрһәткестәре түгел. Һәр килешеү урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары, йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн төҙөлгән объекттар, көндәлек тауарҙарҙы күҙ уңында тота.
Флорида Миһранова



