Башҡортостан юлдары: тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш

Бер нисә йыл элек кенә республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәктәре аша федераль трасса үтер бер кем дә уйламағандыр, моғайын. Хәҙер был ысынбарлыҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «М-12» трассаһының Дүртөйлө-Әшит участкаһы сафҡа инде. Был юл төҙөлөшө-Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле. Ул төбәктәр араһында транспорт бәйләнешен нығыта, юл буйындағы ауылдарға яңы һулыш бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дүртөйлө-Әшит участкаһы буйлап хәрәкәткә үҙе старт бирҙе. Яңы магистралдән тәүгеләрҙән булып көндө-төнгә ялғап эшләгән юлсылар үтте. Күләмле төҙөлөш өс йыл дауамында барҙы. Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарын үҙ эсенә алған трассаны һалыуҙа 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, ике меңгә яҡын техника йәлеп ителгән. Федераль юл тәүҙә Башҡортостанды ситләп үтергә тейеш булһа ла, Радий Хәбировтың Мәскәү менән һөйләшеүҙәр алып барыуы һөҙөмтәһендә проектҡа үҙгәрештәр индерелә.

Яңы объекттың төп өҫтөнлөгө-транспорт коридорының юғары тиҙлеккә иҫәпләнеүе. Түләүле трасса тәү сиратта, йөк машиналарына, йәғни бизнесҡа ҡулай. Ул шулай уҡ төбәктәр иҡтисадын һәм юл буйы сервисын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай. Бөгөн юлдағы хәүефһеҙлекте автоматлаштырылған идара итеү системаһы күҙәтә, ғәҙәттән тыш хәл осрағында авария комиссарҙары тәүлек әйләнәһенә ярҙамға килергә әҙер.

Ә был объект Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы. Быйыл көҙ Октябрскийҙа Ыҡ йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды. Ул планлаштырылған ваҡытынан бер йыл алда сафҡа инде. Башҡортостан менән Татарстан сигендәге күпер транспорт бәйләнешен нығытыуҙа мөһим аҙым булып тора.

Яңы күпер ике төбәктең генә түгел, ә халыҡтар дуҫлығын да кәүҙәләндергән мөһим инфраструктура объекты. Ҡоролманың исеме уҡ уның әһәмиәтен күрһәтә: ул ысынлап та ике туғандаш республиканы берләштерә. Бынан тыш, иҡтисади үҫешкә лә булышлыҡ итә, сөнки тауар әйләнеше тиҙләтелә, эшҡыуарлыҡҡа һәм туризмға яңы мөмкинлектәр асыла.

Республика көнөндә Өфөлә күләмле реконструкциянан һуң аркалы күпер буйлап хәрәкәт асылды. Төҙөүселәр уның тышҡы йөҙөн һәм дизайнын һаҡлап ҡалған. Сөнки Ағиҙел күпере-ябай транспорт объекты ғына түгел, ә баш ҡаланың төп ҡапҡаһы. Эш барышында юғары сифатлы материалдар һәм алдынғы технологиялар ҡулланылған, был иһә күперҙең оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итеүен тәьмин итә.

Өфөнөң көньяҡ йүнәлешендә транспорт ағымы тәүлегенә 164 мең автомобилгә етә. Был баш ҡалаға ингән бар транспорт сараларының яртыһы тигән һүҙ. Тығындарҙы кәметеү маҡсатында һуңғы йылдарҙа «Көньяҡ ҡапҡа» проекты ғәмәлгә ашырыла. Унвң сиктәрендә быйыл Пугачев урамы буйлап транспорт хәрәкәте ебәрелде.

Бер нисә йыл элек республикала таушалған юлдарҙы ремонтлау буйынса программа эшләй башланы. Бөгөнгә 250 километрҙан ашыу проблемалы участка тәртипкә килтерелгән. Быйыл 70 километр самаһы ошондай юл ремонтланған. Башҡортостанда ҡабул ителгән тағы ла бер программа ярҙамында, уҙып барған йылда 25 километр оҙонлоғонда баҡса юлдары төҙөкләндерелгән. Ҡайҙалыр ваҡ таш түшәлгән, ә урыны менән хатта асфальт һалынған.

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә килгән иң күп һорауҙар ҙа юлдарға бәйле булған. Был аңлашыла, сөнки республика биләмәһе ҙур, йөҙәрләгән ауылдарҙы бер-береһе менән тоташтырырға кәрәк. Шуға юлдарҙың сифаты хаҡында борсолоу-тәбиғи хәл. Хәйер, киләһе йыл мөрәжәғәттәрҙең бер аҙ кәмеүе көтөлә. Сөнки Радий Хәбиров властарҙың «Башкиравтодор» предприятиеһын ҡотҡарыу буйынса планы барлығын хәбәр итте. Белгестәр фекеренсә, был план дәүләт компанияһы өсөн яңы үҫеш мөкинлектәре асырға һәм төбәк юлдарының сифатын үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Бөтә юлдар Римгә илтә тигән ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн үҙенең көнүҙәклеген юғалтҡан. Хәҙер сифатлы һәм хәүефһеҙ магистралдәр төбәктәрҙе тоташтыра, уларҙы Мәскәү менән яҡынайта.

И.Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ