Шыршы ғына түгел, хәҙер балалар баҡсаһы ла ҡупшы кейенгән. Быйыл Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән мәктәпкәсә учреждениеларға капиталь ремонт программаһы старт алғайны, Башҡортостандан тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһы менән Әбйәлил районы Асҡар ауылының балалар баҡсалары төҙөкләндерелеп, тәрбиә һәм белем биреүҙә заманса йыһаздар менән тәьмин ителде. Ике объект та «Ҡайынҡай» исемен йөрөтә, сафлыҡ, таҙалыҡ билдәһе.
Ә бына «Йәштәр һәм балалар» милли проектының мәғариф системаһын яңыртыу программаһы буйынса республиканың 35 мәктәбендә капиталь ремонт уҙғарылды. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һалынды һәм был йүнәлештә эш үҙен аҡлай. Башҡортостан ил кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар буйынса алдынғы 5 төбәк иҫәбендә. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса ла быға тиклем булмағанса рекордлы күрһәткескә өлгәшелде -159 уҡыусы 100 балл йыйҙы. Сығарылыш синыф уҡыусыларының 40 проценты профилле математиканы һайлай. Өфөлә төҙөлә башлаған яңы лицей-интернат теүәл фәнгә иғтибарҙы тағы ла арттырасаҡ.
Белем карабында йөҙөп, яңы үрҙәр яулау өсөн дә уңайлы мөхит булдырыла. Урта махсус уҡыу йорттары заман талаптарына яраҡлаштырыла. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжын ғына алайыҡ, яңы ойошторолған кластерҙа туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн кадрҙар әҙерләнә. Экскурсиялар һәм спорт туризмы, ресторан бизнесы-студенттар махсус оҫтаханаларҙа һөнәр үҙләштерә. «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә төбәктә 19 мәғариф-производство үҙәге булдырылған. 2026 йылда тағы ла һигеҙ кластер ойошторолоп, республика был йүнәлештә лидерлыҡ позицияларын һаҡлап ҡаласаҡ.
Эре сәнәғәт предприятиеларында кадрҙарға ихтыяж юғары. Ошо маҡсатта колледждарға бюджет урындары ла ике мең урынға арттырылды. 38 меңгә яҡын абитуриент уҡырға ҡабул ителде, уларҙың күбеһе туғыҙынсы синыфтан һуң. Урта һөнәри белем биреү мәсьәләләрен хәл итеү шәхсән республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә алып барыла. Колледжар базаһында Совет ултырыштары үтә. Ә бына Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты ойошторолоу менән ғилми һәм мәғариф ойошмалары араһында координация эше яйға һалынды, Милли рейтингтағы күрһәткес тә яҡшырҙы.
Башҡортостан Донъя кимәлендәге ғилми-мәғариф үҙәге эшләгән 15 төбәк исемлегендә. Тармаҡ инфраструктураһын яңыртыу йылдам бара. Быйылғы ҡаҙаныштарҙан: Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге сафҡа инде. Объекттың тәүге ҡатында Рәсәй фәндәр академияһының интеллектуаль геномика үҙәге урынлашҡан. Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостанда ҙур күләмдә генетик материал тупланған, шуға күрә эшмәкәрлектә заманса алымдар ҡулланып уға анализ яһау ҙа талап ителә.
Шулай уҡ Геном үҙәге стеналарында Һаҡлыҡ банкының «Мәктәп 21» мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башланы. Унда яңы быуын белгестәре, инженерҙар әҙерләнә. Һанлы технологиялар һәм биоинформатикаға баҫым яһала.
Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлә. Биләмәлә студенттарға йәшәү урындарынан тыш, ижад һәм спорт майҙансыҡтары, йәмәғәт туҡланыу урындары, арт-киңлек, ял зоналары ла буласаҡ. Республика алдына амбизициоз бурыс ҡуйылған.
Донъя эксперттары уртаҡ фекергә килгән, мәғариф менән фәнде әүҙем үҫтергән илдәр һәм төбәктәр генә алға барасаҡ. Башҡортостан тап ошо юлды һайлап, 2030 йылға тиклем пилот төбәктәр иҫәбендә ғилми-технологик үҫеш буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашыра. Йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә, кадрҙар мәсьәләһенә лә иғтибар юғары: Радий Хәбиров даими рәүештә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, Мәскәүҙә белем алған һәләтле яҡташтарыбыҙ менән осрашып, төбәктең үҫеш векторын билдәләй.
Гөлназ Хәйбуллина



