«Әй Йола» һәм «Урал батыр»: Башҡортостандың мәҙәни йөҙө

Һомайҙың кемлеген хәҙер яңы теле асылған сабый ҙа белә. «Әй Йола» төркөмөнөң уңышы тотош донъяға билдәле. Музыкаль коллектив башҡорт мәҙәниәтенең бар нескәлеген асып һалды. Тәүге альбом бөйөк «Урал батыр» эпосына арналһа, Яңы йылда тағы ла таң ҡалдырырлыҡ композициялар, үҙенсәлекле коллаборациялар көтөлә.

Әлбиттә, музыкаль коллектив ерле халыҡтың боронғо хәтерен ҡуҙғатып ҡына ҡалманы, йыллыҡ календарға ла үҙ өлөшөн индерҙе. Быйылдан Башҡортостанда мәҫәлән, «Урал батыр» көнө билдәләнә башланы. Эпостың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алыныуының 115 йыллығында кешелектең дөйөм яуабы тип ҡабул итергә мөмкин.

Был эпик ҡомартҡыға иғтибарҙы арттырҙы. 2025 йыл календары, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаясаҡ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Быйылдан Ҡурай, Милли бейеү көнө рәсми билдәләнә.

Башҡортостандың «Алтын битлек» Рәсәй милли театраль премияһында бер юлы 7 тапҡыр билдәләнеүен дә йылдың мәҙәни ваҡиғаһы тип әйтергә кәрәк. Төбәктәр араһында был иң күп награда. Республика өсөн дә рекорд. «Ай тотолған төндә» операһы ғына мәҫәлән, биш номинацияла «Алтын битлек»кә лайыҡ булды. Шул иҫәптән, Тәңкәбикә ролен башҡарыусы ла.

2025 йылды Башҡортостандың ижади коллективтары Рәсәй ҡалаларына сәфәрҙәр, конкурс-фестивалдәрҙәге уңышлы сығыштары менән оҙата. Республикала ойошторолған күләмле саралар ҙа төбәк мәҙәниәте йөҙөн билдәләй. «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале мәҫәлән, 267 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. Сарала илдең тиҫтәләп төбәгенән 150-гә яҡын етештереүсе ҡатнашты. Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына быйыл да тоғро ҡалды. «Китап-байрам»да һатылған 30 меңгә яҡын баҫма һәм һөнәрселек тауарҙарынан 12 миллион һум самаһы килем алынған. Өфө ҡабул иткән беренсе Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале лә мәҙәниәт йылъяҙмаһына яҡты бит өҫтәне.

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәтен күтәрерҙәй яңы быуынды ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр үҙҙәре үк етәкләп алып барырға әҙер. Әйткәндәй, Башҡортостанда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре» илдә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе булып танылды. Эвелина Ҡолғарина быйыл Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлап Шишмә ауылына эшкә урынлашҡан. Йәш музыкант урындағы сәнғәт мәктәбендә балаларҙы думбырала уйнарға өйрәтә.

Бер үк ваҡытта республикала ауыл мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүгә һәм сафҡа индереүгә лә төплө иғтибар бүленә. Быйыл республикала 9 модулле ауыл мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылған. Яңы йылды Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәр ҙә заманса учреждениела ҡаршы ала. Ул Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың майында төбәктә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ат арбаһында халыҡ байрамына китеп барған һәүәҫкәр артистарға автомобиль бәрелә. Аварияла биш кеше йәрәхәтләнә. Мәсетле районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров иҫке клуб бинаһы урынына яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәген вәғәҙә итә.

Файҙаланыуға тапшырылған һәр мәҙәниәт йорто заманса тауыш, яҡтылыҡ һәм музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған. Ауыл тормошон йәнләндереүгә «Ғаилә» милли проекты ла үҙ өлөшөн индерәсәк.

Яңы йыл Башҡортостан мәҙәниәтен йәнә донъя кимәлдә танытасаҡ. Өфө-3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Июндә уҙасаҡ күләмле мәҙәни сараға меңләп йәш ижадсы килеүе көтөлә. 2026 йылдың Рәсәй Президенты тарафынан Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителеүе лә мәҙәни донъябыҙҙы тағы ла байытасаҡ. Сөнки мәҙәниәт ул берләштереүсе, бәйләүсе ҙур көс.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ