Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 11 ғинуарға тиклем пассажир транспорты ял көнө графигы буйынса сыға. Өфө һәм Стәрлетамаҡта автобус һәм троллейбустар иртәге 6-нан киске унға тиклем йөрөргә тейеш. Ҡала яны поездары ла каникул ваҡытында ял һәм байрам көндәрендәге эш режимы буйынса ҡуҙғала.




