Шишмә районында - "Толоп байрамы"

  Бөгөн Евразия  күсмә  халыҡтары  музейында үҙенсәлекле акция  уҙғарыла. Тун-толоп  кейеп 1 километрға саңғыла йүгереү, халыҡ уйындары, концерт ойошторола. Фестивалдә  ҡатнашыусылар йәше сикләнмәгән. Республика күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын  һаҡлау һәм  ҡулланыу  буйынса үҙәк  етәксеһе Данир Ғәйнуллин белдереүенсә, яңы йыл каникулында матур байрам уҙғарыу маҡсаты  ҡуйылған.  Иң яҡшы толоп, быймаларҙы  асыҡлау  өсөн конкурс та  ҡаралған.

Фото №1 - Шишмә районында - "Толоп байрамы"
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ