Яңы йыл каникулдарында Өфөлә сүп-сар сығарыу көсәйтелгән контроль аҫтында

Сүп-сар ваҡытында сығарыламы? Яңы йыл каникулдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эш айырыуса контролдә тотола. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов баш ҡаланың ихата биләмәләрендә төбәк операторҙарының эшен тикшерҙе. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Орджоникидзе урамы 30-сы йортта йәшәүселәрҙең береһе ихатала сүп-сар йыйылыу тураһында «Инцидент-менеджмент» системаһына хәбәр итә. Яуап оҙаҡ көттөрмәй, төбәк оператор ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығара, киләсәктә бында өҫтәмә контейнерҙар урынлаштырырға хәл ителә. Был адрес буйынса йәшәүселәрҙең сүп-сарға ҡарата иғтибарлы булыуын Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры ла билдәләй.

Халыҡта экологик мәҙәниәт үҫешә. Беҙ әле яңы төҙөлгән йорттар эргәһендәбеҙ. Сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса контейнерҙар урынлаштырылған һәм был ысынлап-та һорау менән файҙалана. Киләсәктә төбәк оператор ҡалдыҡтарҙы төҫтәр һәм сифат буйынса айырып, артабанғы эшкәртеүгә оҙата.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры

Яңы йыл каникулдарында Өфөнөң «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» ойошмаһы көсәйтелгән режимда эшләй. Ҡала ихаталарын хеҙмәтләндереүгә көн дә 95 машина сығарыла. Ленин урамы 59-сы йортта йәшәүселәрҙе икенсе мәсьәлә борсой. Йәйгеһен ихатала ерҙе ҡаҙып йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртҡандан һуң, сүп-сар контейнерҙары өсөн майҙансыҡ нормативтарға килтерелмәй. Ҡыш етеү менән бында махсус техникаға үтеүе ҡатмарлаша.

Республикала йәмғеһе дүрт төбәк оператор эшләй, сүп-сар сығарыуға 436 берәмек техника йәлеп ителгән. Байрам мәлендә уларҙың эшен тикшереү өсөн эшсе төркөм булдырылған. Сүп-сар сығарылмаған осраҡта, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан төбәк операторҙарына ҡарата административ сара күреләсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ