Республикала спорт һәм һаулыҡ декадаһы старт алды

Яңы йыл байрамдарында 500-ҙән ашыу физкультура сараларының үтеүе көтөлә. Өфөлә вәғәҙәләр уҙышы унынсы тапҡыр ойошторолдо. Тотош донъяла билдәләнгән сара баш ҡаланың 10 майҙансығында үтте. Спортсылар үҙәк урамдар буйлап 2 саҡрымдан ашыу араға йүгерҙе.

Уның шарттарына ярашлы, уҙышта ҡатнашыусы һәр кем үҙенә һүҙ биреп, йыл дауамында үтәргә тейеш. Вәғәҙәләр йүгереүселәргә беркетелгән номерҙарға яҙылғайны. Тотош донъяла билдәләлек алған сара республика район-ҡалаларын да иңләне. Иглин районында үткән «Вәғәҙәләр уҙышы»на ике йөҙҙән ашыу кеше сыҡты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ