4 ғинуарҙа Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә

Тактиль шрифт ярҙамында һуҡыр һәм күреү һәләте насар булғандар уҡырға, яҙырға өйрәнә, һөнәр үҙләштереп, йәмғиәткә яраҡлаша. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһының төбәк бүлексәһендә бөгөн биш меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күп төрлө әҙәби баҫмалар тупланған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Рәйсә Сабитованың бәләкәйҙән күреү һәләте насар. Йылдан-йыл хәле ҡатмарлаша, шуға күрә һуҡырҙар өсөн махсус уҡыу йортонда айырым программа буйынса белем алып, Брайль Азбукаһын өйрәнергә тура килгән. Рельефлы нөктәле тактиль шрифт менән яҙылған хәрефтәрҙе үҙләштереүгә йылдар талап ителә.

Рәйсә Сабитова-Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының даими уҡыусыһы. Учреждение фондында бөгөн 280 меңдән ашыу дана китап иҫәпләнә, уларҙың күп өлөшө Брайль шрифты менән яҙылған. Баҫмалар күп урын алғанға күрә, мобиль стеллажда урынлаштырылған. Тактиль шрифт менән яҙылған әҙәбиәт мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн белем алыу, һөнәр үҙләштереү, үҙаллы үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып Башҡортостанда йәшәүселәр Брайль системаһына яраҡлаштырылған башҡорт алфавитын үҙләштерә ала. Уның авторы-РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Мәкәрим Төхвәтшин. Бөгөн һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында тактиль шрифт менән күренекле башҡорт шағирҙары, яҙыусыларының әҫәрҙәре, уҡыу әсбаптары нәшер ителә.

Һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһының 90 йыллыҡ тарихы бар. Бөгөн ул мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән эштә методик һәм координация үҙәге булып тора. Учреждение ҡарамағында Брайль китаптарын сығарыу буйынса нәшриәт комплексы, «һөйләүсе китаптар» булдырыу буйынса тауыш яҙҙырыу студияһы ла эшләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ