Башҡортостанда ҡатмарлы һауа торошо: юлдарҙа сикләүҙәр индерелә

Республика биләмәһендә ҡатмарлы һауа шарттары күҙәтелә. Епшек ҡар яуыуы, һепертмә буран һәм боҙлауыҡ айырыуса автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ел секундына 20 метрға тиклем етеүе, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарайыуы ихтимал. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе оло юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Уҙған тәүлектә генә төбәк һәм федераль кимәлдәге юлдарҙың 33 участкаһында сикләүҙәр индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытта коммуналь хеҙмәттәргә лә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә. Уҙған тәүлек эсендә баш ҡала урамдарынан ғына 17 мең ярым кубометр ҡар сығарылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Көслө ел һәм яуым-төшөм эҙемтәләре юҡ ителә. Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә көсөргәнешле режимда эшләп, урам-юлдарҙы, йәмәғәт транспорты туҡталыштары биләмәләрен һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙарта. Күпер, юл үткәргестәр боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар менән эшкәртелә.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ете сантимер ҡалынлыҡта ҡар яуған. Уҙған төн юл-урамдарҙы тәртипкә килтереүгә 189 берәмек техника, өс йөҙҙән ашыу коммуналь хеҙмәткәр йәлеп ителде. Ҡала биләмәһендә ике ҡар иретеү пункты эшләй, улар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Ҡарҙы сығарыу буйынса барлыҡ эштәр штат режимында башҡарылды.

Данил Ғәлиуллин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Көндөҙгө сменала коммуналь техника һәм хеҙмәткәрҙәр һаны тағы ла күберәк. Колонна менән килгән ҡеүәтле техниканан һуң юлдар ҙа асфальтҡа тиклем ҡарҙан таҙарып ҡала. Көрәктәр ярҙамында юл ситтәре, тротуарҙар ҙа тәртипкә килтерелә. Өфөнөң Октябрь районында коммуналь хеҙмәттәр эше шулай уҡ ике сменала ойошторолған.

Өфөнөң Киров районында урам-юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 33 берәмек техника йүнәлтелгән. Яуым-төшөм эш күләмен арттырған. Шул уҡ ваҡытта водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе боҙоп, автомобилдәрен рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырыуы мәсьәләне киҫкенләштерә генә.

Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. Синоптиктар фараздары буйынса, айырым райондарҙа яуым-төшөм көсәйә генә, буран сығыуы ихтимал. Шуға күрә автоһәүәҫкәрҙәргә оло юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Коммуналь хеҙмәттәргә тағы ла көсөргәнешлерәк режимда эшләргә тура киләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ