Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизация буйынса хеҙмәт икән Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды. Күптәре 2022 йылдан алып тәүге тапҡыр Яңы йылды тыуған яғында, ғаиләләре, яҡындары эргәһендә ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында үтте. Ялға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юлланды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Уңайылы транспорт республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған. Батыр яҡташтарыбыҙҙы уларҙың ғаилә ағзалары, дуҫтары оҙатты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ