Ғафури районындағы «Красноусол» шифаханаһы сираттағы тапҡыр Донъяның иң яҡшы сәләмәтлек йорто тип танылды. Шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы был юғары награданы Сыуаш республикаһы баш ҡалаһы Чебоксарҙа үткән «Диво Евразия» халыҡ-ара фестивалендә яуланы. Тулыраҡ Зилә Баймырҙина репортажында.
«Красноусол» шифаханаһы был юғары баһаға бөтә донъя эксперттары советы тарафынан лайыҡ булды. ЧебоксарҘА үткән «Диво Евразия» халыҡ-ара туристик фестивалендә шифахана «Иң яҡшы курорт технологиялары», «Курорт ҡунаҡсыллығы» һәм «Курорт факторҙары» номинацияларында еңеү яуланы.
Һуңғы йылдарҙа «Красноусол» шифаханаһы яңырыу осорон кисерә. Бында дауалау-диагностика, спорт-һауыҡтырыу комплекстары, СПА үҙәге асылды, тәжрибәле табиптар штаты киңәйтелде, өҫтәмә 22 диагностика, физиотерапия төрҙәре сафҡа инде, ашханала, бассейнда капиталь ремонт эштәре атҡарылды. Шифахана етәкселеге бында ял итергә йәштәрҙе йәлеп итеүгә лә күп көс һала. Курорт комплексында заман стандарттарына яуап биргән һырғалаҡ асылған, саңғы роллеры трассаһы төҙөлгән, терренкур маршруттары киңәйтелгән. Бынан тыш, административ бинаны, регистратураны үҙгәртеп ҡороу әә саралары тамамланған.
Бөгөн «Красноусол» хаҡлы рәүештә-республиканың шифахана комплексы флагманы, илдең курорт медицинаһы лидерҙарының береһе. Башҡортостан тәбиғәтенең шифалы үҙенсәлектәре, юғары сифатлы инфраструктура, лайыҡлы сервис, заманса реабилитация алымдары шифаханаға лайыҡлы уңыш һәм танылыу килтерҙе. Бындай ҡаҙаныштар артында берҙәм коллективтың ҙур хеҙмәте тора. Бөгөн табибтар ең һыҙғанып яңы йылға әҙерләнә. Байрам көндәрендә шифахана 800 ял итеүсене ҡабул итәсәк. Ҡунаҡтар ҡышҡы каникулдарҙы файҙалы, күңелле һәм онотолмаҫлыҡ үткәрһен өсөн шифахана хеҙмткәрҙәре алдан уҡ бөтә ойоштороу мәсьәләләрен хәстәрләгән.
Зилә Баймырҙина



