Бөрйән районының данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҡышҡы фестиваль йыл һайын ойошторола, сараны ҡышҡы һабантуй тип атарға ла мөмкин. Байрамдың программаһы ғәҙәтегесә спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай. Ойоштороусылар сараға килеүселәр өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләгән, ҡунаҡтар алдында билдәле сәхнә йондоҙҙары ла, райондың һәүәҫкәр артистары ла сығыш яһаны. Ә ҡышҡы фестивалдең иң сағыу өлөшө тип быйма конкурсын атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар быйманың йылы аяҡ кейеме генә түгел, ә ижад сығанағы булыуын иҫбатланы. Фестивалдә «Ғаилә менән быймаларҙа», «Быймаға арнап таҡмаҡтар», «Алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу», «Иң матур биҙәлгән быйма» конкурстары иғлан итепгәйне. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.



