Иң йылы һәм боронғо толоп, биҙәлгән һәм төпләнгән быйма, спорт ярыштары. Шишмә районының «Турахан» визит үҙәге биләмәһендә Республика Толоп байрамы үтте. Сара тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡышҡы кейемдәрен танытыу, популярлаштырыу масатында ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә миҙгелдең иң тарихи һәм сағыу сараһына әүерелде. Тән һәм йән йылыһын һаҡлаған толоп, быйма һәм шәл фестиваленән беҙҙең киләһе репортаж.
Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге биләмәһе олимпия уйындары майҙаны һымаҡ гөрләп тора. Тик ҡатнашыусылар спорт костюмында түгел, ә боронғо фотоһүрәттәрҙән, тарихи китаптарҙан ғына таныш толоптарҙа. Ата-бабаларҙан ҡалған толоптар һандыҡ төбөнән байрам күрергә сыҡҡан.
Толоп ҡына түгел, байрамда быймалар ҙа ярыша, биҙәлеү һәм төпләнеү оҫталығы буйынса. Ә тулы образға инеү өсөн баш кейеменең тура килеүе лә мөһим. Һәм ошо сифатта спорт ярышында ҡатнашыу. Уларҙың береһе Турахан кәшәнәһе тирәләп саңғылар ярышыу, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
Толоп байрамында һәр кем йәшенә, ихтыяжына ҡарап шөғөл таба ала. Берәүҙәр алыҫлыҡҡа быйма ташлауҙа, икенселәре бесән төгөн этеүҙә ҡатнаша. Өсөнсөләре командаларға бүленеп арҡан тарта йәки хоккей уйнай, тик ботинка урынында быйма. Мәргән уҡсылар конкурсы ла сәмле бара, бында ир-егеттәрҙе лә, гүзәл заттарҙы ла күрергә мөмкин.
Ошонда уҡ усаҡта бешерелгән ҡайнар былауҙан ауыҙ итергә, үлән сәйҙәре менән һыйланырға мөмкин. Ә байрам аҙағында төрлө номинациялар буйынса толоп байрамының еңеүселәре иғлан ителде.
Республика толоп байрамы быйыл тәүге тапҡыр уҙғарылды. Ойоштороусылар фекеренсә, халҡыбыҙҙың ҡышҡы кейемдәре лә милли әйберҙәребеҙ һымаҡ һаҡлауға, танытыуға, таратыуға лайыҡ. Шуға күрә лә был сараны килсәктә лә дауам итеү, конкурстар төрөн арттырыу планлаштырыла.
Рәмзиә Кәримова



