Башҡортостандабыл байрам Раштыуа һәр ваҡыт ҙурлап үткәрелә. Байрам саралары республиканың барлыҡ сиркәүҙәрендә, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында ойошторолдо. Ҡорам, сиркәүҙәргә килә алмаусылар байрамды экрандарҙан ҡарай алды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы йылдағыса Рождество Богородицы кафедраль ҡорамынан тура трансляция алып барҙы. Байрам литургияһын Митрополит Филарет етәкләне. Раштыуа байрамы менән православ динен тотоусылар өсөн иң күңелле осор-Святки башлана. Был көндәрҙә диндарҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бүләктәр бирә, хәйриәлек күрһәтә.



