Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла

Ғинуарҙа Өфөлә етештерелгән трансформаторҙарҙың тәүге партияһы Белоруссияға оҙатыла. Предприятие экспорт йүнәлешен үҫтереүҙән тыш, производство ҡеүәтен дә арттыра. Күләмле модернизация эштәренән һуң заводта 750 киловольтҡа тиклем көсөргәнешле трансформаторҙар һәм юғары вольтлы реакторҙар сығарыла башлай. Электр энергияһы менән тәьмин итеүсе подстанцияларҙы етештереү майҙансығында БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.

Трансформатор йөрәген эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм юғары теүәллек талап итә һәм ҡәтғи һыҙымдар буйынса башҡарыла. Айрат Кинйәбаевтың оҫталығы йылдар буйына һыналған, Мәскәүҙә уҡыуҙар үтеп ҡайтҡан замандашыбыҙ энергетика өсөн әҙерләнгән продукцияның ҙур ихтыяж менән файҙаланыуын билдәләй. Производство этаптарға бүленеп атҡарыла.

Заводта йылына йөҙ трансформатор етештерелә. Продукция эре тораҡ пункттар, сәнәғәт предприятиелары өсөн тәғәйенләнгән. Былтыр Рәсәй тимер юлдары менән дә хеҙмәттәшлек булдырылып, электр поездары өсөн ҡулайламалар сығарыла башлаған, әле улар һынау үтә. Заманса производство майҙансығында технологик процестарҙы теүәл үтәүгә етди иғтибар бүленә.

Предприятиеның был участкаһында әҙер трансформатор юғары вольтлы һынауҙар үтә, шулай уҡ белгестәр уның изоляция ныҡылығын да тикшерә. Ошо маҡсатта көсөргәнеш импульсы генераторы ҡулланыла. Һынауҙы уңышлы үткән трансформатор йөк машиналарында, йә тимер юлы ярҙамында заказ биреүсегә оҙатыла.

Өфө трансформатор заводында күләмле яңырыу эше башланған, улар йыл аҙағына тиклем дауам итә. Маҡсат-етештереү ҡеүәтен ике тапҡырға арттырыу. 750 киловольтҡа тиклем көсөргәнештәге трансформаторҙары һәм юғары вольтлы реакторҙар производствоһын асыу планлаштырылған.

Модернизация программаһы буйынса беҙ заводҡа тәүге технологик һәм һынау ҡорамалдарын ала башланыҡ. Улар йыл дауамында монтажлап ҡуйыла. Юғары көсө булған трансформаторҙар етештерелә башлаясаҡ. Етештереү ҡеүәте артыу менән заказдар ҙа күбәйер тип көтөлә. Тағы ла йөҙ кешене эш менән тәьмин итеү ҡаралған.

Дмитрий Пырков, Өфө трансформатор заводы директоры

Башҡортостан ил кимәлендә энергетика системаһы көслө булған, был йүнәлеш йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Өфө предприятиеһына килгәндә, ул экспорт йүнәлешен дә киңәйткән. Был айҙа Белоруссияға трансформаторҙарҙың тәүге партияһы оҙатыла. Шулай уҡ әле компания Азия һәм башҡа илдәрҙәге партнерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барып, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡарай.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ