Республикала урындағы башланғыстарға ярҙам итеү програмаһы дауам итә. Иглин районында был программа буйынса 9 ауылда юлдарҙы тәртипкә килтереү планы әҙерләнгән. Еленинский ауылында былтыр программа сиктәрендә юл участкаһы төҙөкләндерелгән. Ауылдаштар быйыл тағы ла бер урамда юлды ремонтлап, биләмәгә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү маҡсатын ҡуйған. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыусы ауылдар һаны йылдан-йыл арта. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн билдәмәләрҙә конкурстар ойошторола, граждандар йыйылыштары үтә.



