Баймаҡтың өлкән быуын аралашыу үҙәгенә 2 йыл. Уның иң әүҙемдәре йыл дауамындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Тулыраҡ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Бына инде 2 йыл Рәсәйҙең cоциаль фонды ярҙамында Баймаҡта өлкән быуын аралашыу үҙәге һөҙөмтәле эшләй. Ҡаланың беренсе мәктәбендә үткән осрашыуҙа көмөш йәштәге ханымдар үҙҙәренең ҡул эштәренән бай күргәҙмә тәҡдим итте. Уларҙың һәр береһенә күҙ нурҙары менән бергә күңел йылыһы һалынған. Осрашыуҙа төрлө биҙәкле, үҙҙәре бәйләнгән шәлдәрҙә дефиле күрһәтте, концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Баймаҡ ҡалаһының өлкән быуын өсөн аралашыу үҙәгендә йыл дауамында финанс грамоталылығын үҙләштереү, шахмат турнирҙары, оҫталыҡ дәрестәре, тематик ултырыштар уҙғарыла. Ҡыҫҡаһы, бында һәр кем үҙенә оҡшаған файҙалы шөғөл таба.
Үҙәк үҙенә ҡуйылған маҡсаттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Һаулыҡты һаҡлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрҙе үҫтереү һәм оло йәштәгеләр араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.
Сәриә Әминева



