Башҡортостанда каникулдар спорт рухында уҙа

Башҡортостан яңы йыл каникулында ла илдең иң яҡшы спорт төбәге булып ҡала. Йылдың тәүге көнөндә уҙғарылған «Вәғәҙәләр уҙышында» ҡатнашыусылар һаны буйынса республиканың баш ҡапаһы Өфө Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә вәғәҙәләр уҙышына 2 меңдән ашыу кеше сыҡҡайны. Дөйөм алғанда, республикала ғинуар каникулдарында 700-ҙән аышу күләмле спорт һәм физкультура -һауыҡтырыу саралары уҙғарыу ҡаралған. Исемлектә саңғы ярыштары, хоккей матчтары, ғаилә старттары, милли спорт төрҙәре буйынса турнирҙар һәм башҡа ярыштар бар. Республика етәксеһе каникулдың ҡалған өлөшөн спорт менән күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә саҡырған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ