2030 йылға Башҡортостанда 50 заманса һөт фермаһы төҙөү бурысы ҡуйыла

2030 йылға Башҡортостанда 50 заманса һөт фермаһы төҙөү бурысы ҡуйыла. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, яңы фермаларҙа малдарҙы дөрөҫ туҡландырыу һәм аҫрау ойошторолорға, яңы белемдәр һәм алдынғы технологиялар ҡулланылған автоматлаштырылған производство процестары үҙләштерелергә тейеш. Ошо шарттар менән аграрийҙар алдында йылына бер миллион тонна һөт етештереү йөкләмәһе ҡуйыла.

«Әлегә республикала йылына 780 мең тонна тауар һөтө етештерелә. Заманса фермалар-25, шул иҫәптән роботлаштырылған ике комплекс былтыр асылды. Иҫегеҙгә төшөрәм, яҙғыһын беҙ Әбйәлил»Бүләк«экофермаһының беренсе этабының эшенә старт бирҙек.»Красная Башкирия«аыл хужалығы предприятиеһының өҫтөнлөклө инвестиция проектын тулыһынса 2028 йылға тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Күптән түгел Илеш районы»Урожай«тоҡомсолоҡ заводында ла роботлаштырылған комплекстың беренсе сиратын төҙөү тамаланды. Киләсәктә фермала мең ярым һауын һыйыры аҫраласаҡ. Ауыл хужалығын үҫтереү һәм был өлкәлә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш. Был республиканың аҙыҡ-түлек хәүфһеҙлеге нигеҙе, иҡтисад таянысы»-тип белдергән Радий Фәрит улы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ