Республика хужалыҡтарында малдарҙы ҡышлатыу осоро менән бер рәттән, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙа

Иглин районы «Ҡалтыман» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә хужалыҡ эшсәндәре һауа шарттарына бәйле көҙҙән килтерелмәй ҡалған бесән төргәктәрен ташый, ремонт цехында тракторҙарҙы капиталь ремонтлауға тотонғандар. Хужалыҡта мал аҙығы, шул иҫәптән бесән, силос һәм фураж бойҙайы етештереү өсөн 1200 гектар майҙанда аҙыҡ һәм иген культуралары сәселгән булған. Әлег ваҡытта хужалыҡта 800 баш эре малға иҫәпләнгән «Федлот», йәғни мал һимертеү комплексы төҙөлөшө тамамлана. Фермаға 300 баш мал индерелгән дә инде.

Әлеге ваҡытта техниканың бер өлөшө ҡырҙан бесән ташыу менән мәшғүл. Көҙҙән ямғыр куп яуып, тракторҙар яланға үтеп инә алмағанға күрә, ерҙең туңғанын көтөргә тура килде. Ҡалған техника ремонтта, тракторҙарҙың бер өлөшө ремонтланды ла. Запчастар алырға мөмкинлегебеҙ бар.

Михаил Усубян, «Ҡалтыман» йәмғиәте директоры урынбаҫары

Йәмғиәттең ремонт цехында һәр механизаторға икешәр трактор беркетелгән. Эшселәр кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙамға киелргә әҙер. Хужалыҡ ағзаларының маҡсаты-техниканы яҙғылыҡҡаа тулыһынса әҙерләү, төҙөк техника уңыш нигеҙе, ти улар.

Техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләйбеҙ. Запчастар етерлек. Әле «Белорус» тракторын ремонтлайбыҙ. Сәсеүгә әҙер буласаҡ. Тракторҙар ҡышҡыһын юл таҙартыуға, бесән ташыуға лә йәлеп ителә. Барыһына ал өлгөрәргә тырышабыҙ.

Евгений Иванов, «Ҡалтыман» йәмғиәте механизаторы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ