Баш ҡаланан МХО биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙна ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды.

Ғаиләләре, яҡындары менән ял итеп, көс туплағандан һуң, яугирҙар хәрби бурысын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобуста юлланды. Ватан һаҡсылары иптәштәренә, яҡташ яугирҙарға республиканан посылкалар алып китте. Махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташтарына ярҙам итергә теләүселәр Рәсәй оборона Министрлығы менән контракт төҙөй ала. Хеҙмәттең беренсе йылында уларға 3 920 000 һумдан ашыу аҡса түләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ