Шишмә районындағы Патриот паркында Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте

Шишмә районындағы Патриот хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған хәтер саралары үтте. Ҡаһарман яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланып, 2022 йылдың февралендә һәләк була. Ул дошман һөжүме ваҡытында оборона ойоштороп, гранатаны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Патриот хәрби-илһөйәрлек паркына Геройҙың исеме бирелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа бөгөн 31 йәш тулған булыр ине. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир герой иҫтәлегенә»Патриот«хәрби илһөйәрлек паркында хәтер сараһы ойошторолдо. Максим Серафимовтың ата-әсәһе, мәктәп уҡыусылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Ватан һаҡсыһын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Максим Серафимов махсус хәрби операция башланған көндән үк үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Дошман менән алышта өлкән лейтенант нацистар тарафынан ташланған гранатаны күреп ҡалып, уны кәүҙәһе менән ҡаплай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указы менән былтыр Максим Серафимовҡа һәм бөтә ҡаһарман яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Хәрби илһөйәрлек паркында ойошторолған хәтер сараһында өс йөҙләп мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Улар өс сменаға бүленеп каникул ваҡытында физик сәләмәтлеген нығыта, патриотик һәм тарихи белем туплай.

Патриот паркында профилле сменала йәштәр алты көн дауамында хәрби-медицина әҙерлеге үтә, этно-мәҙәни, спорт сараларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ