Антарктиданан модаға: Артур Исҡужиндың этно-бренд тарихы

Хыял артынан Антарктидаға. Артур Исҡужин йыл ярым ваҡытын Ерҙең иң көньяғында урынлашҡан континентта уҙғара. Ҡайҡас, этно элементтары булған заманса кейем етештерә башлай. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн дизайнерға нимә аша үтергә тура килгән? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Коронавирус пандемияһы осоронда битлек тегеүҙән кейем дизайнына тиклем. Артур Исҡужин йәшерен һәләтен көтмәгәндә аса. Теген машинаһын үҙләштергәндән һуң, Ағиҙел фабрикаһында оҫталыҡ мәктәбен үтә.

Әммә тегеү менән мауығыу һыуыҡ Антарктидаға алып килер тип күҙ алдына ла килтермәй. Сикһеҙ ҡарлы киңлектәр, пингвин һәм диңгеҙ леопардтары. Әкиәти донъяны ҡайһы саҡ түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ һауа һәм хәүефле ҡар бурандары алмаштыра.

Антарктидала еңел булманы, ти Артур. Әммә хатта иң ҡаты һыуыҡта ла уны үҙ кейем брендын булдырыу тураһындағы хыял йылыта. Өйгә ҡайтҡас, ул шунда уҡ эшкә тотона: ҡорамалдар һатып ала, этно стилендәге кейемдәр эшләй, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай башлай. Эшҡыуар этник орнаменттар менән тегелгән спорт костюмдары һатылған беренсе магазинын аса.

Эшҡыуар Башҡортостанда этник йүнәлештәге модаға һорау артыуына өмөтләнә. Милли традицияларҙы үҫтереү һәм уларҙы заманса стилгә интеграциялау-урындағы дизайнерҙарға яңы офоҡтар аса.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ