Әй урамындағы бинала урынлашҡан спорт залыа алты йәшәтән өлкәндәр йөрөй ала. Залда кемдәр спорт менән шөғөлләнә? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Зал буйына һуҙылған төҫлө конструкциялар Владимир Старцев проекты буйынса эшләнгән. Төҙөлөштә эшләп йөрөгән егет 2017 йылда Екатеринбуогта Геройҙар уҙышында, артабан Рәсәй чемпионаттарында ҡатнашҡан. Дүрт йыл элек Супер ниндзя ярышында өсөнсө урын алғас, был спорт менән ныҡлы шөғөлләнә башлаған. Сираттағы еңеү призын ниндзя залын ойоштороуға тотонған.
Залға алты йәштән өлкәндәр йөрөй. Тренерҙар күнекмәләрҙе үткәреүҙән тыш дөрөҫ туҡланыу буйынса ла кәңәштәр бирә. Роберт Бикмөхәмәтов ябай турникта шөғөлләнеүҙән башлаған. Спорт ярҙамында 17 килограммға ябығып, хәҙер был өлкәгә килеүселәрҙе үҙе артынан әйҙәй.
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу күнекмәләре өсөн зал асылыу тураһында ишеткәс тә мәктәп уҡыусылары күпләп йөрөй, тренерҙар билдәләүенсә, башлыса ҡыҙҙар килә.
Йәш буйынса дүрт төркөм эшләй, залда шөғөлләнеү түләүле.
Был төр спорт кәүҙәне формала тоторға, мускулдарҙы үҫтерергә ярҙам итә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы яҡшыра, күнекмәләр стрессты кәметә, кәйефте яҡшырта, эндорфин кимәлен арттыра. Кешелә үҙ көсөнә ышанысты нығыта.
Рәмилә Исмәғилева



