Социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе хәстәрләп. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә рейд менән барып хәүефһеҙлек саралары хаҡында аңлатыу эше үткәрҙе. Белгестәр граждандарға Яңы йыл байрамдары осоронда электр прибоҙарын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, йортта тәмәке тартмаҫҡа, өйҙән сыҡҡан саҡта утты, гирляндаларҙы һүндерергә кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәләр таратты. Уларға шулай уҡ бушлай янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары ла тапшырылды.



