Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, таҙартылмаған ҡар, көрт, йә боҙлауыҡ урындар тураһында «Ҡарлы Өфө» порталындағы һылтанма буйынса заявка ҡалдырырға мөмкин. Һуңғы тәүлектә муниципаль хеҙмәттәр ҡала урамдарынан 17 мең кубометрҙан ашыу ҡар таҙартылған. Юлдарға һәм тротуарҙарға 264 тонна боҙлауыҡҡа ҡаршы материал һибелгән. Көндөҙгө сменала 334 хеҙмәткәр һәм 223 берәмек коммуналь техника эшләһә, төнгө сәғәттәрҙә 54 эшсе йәлеп ителгән. Улар көсө менән 420 рейс ҡар сығарылған.



