Осор алдынан һаулығыңды тикшер: табиптар пассажирҙарҙы иҫкәртә

Самолетҡа ултырыр алдынан һаулығыңды тикшер. Табиптар тап шулай тип иҫкәртә. Яңы йыл каникулдарын ситтә үткәреүселәр өсөн был кәңәш урынлы булыр. Һауаға күтәрелер алдынан әҙерлек талап ителә, ти белгестәр. Оҙайлы осош, мәҫәлән, дүрт сәғәттән ашыуға һуҙылһа, ҡан тамырҙары төйөлөүе хәүефен барлыҡҡа килтерә. 10 мең саҡырым алыҫлыҡҡа осор алдынан ҡанды шыйыҡлата торған препараттар ҡулланыу яҡшы. Самолетта саҡта ҡапыл хәл киҫкеләшһә, бортта һәр ваҡыт аптечка бар, ярҙам һорарға кәрәк. Йыш ҡына пассажирҙар араһында табиптар ҙа була. Мәҫәлән, күптән түгел «Толпар»шифаханаһы директоры Артур Ғәлиуллин ҡапыл хушын юғалтҡан ирҙең ғүмерен ҡотҡарҙы. Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраһы мөдире Нәүфәл Заһиҙуллинға самолетта осҡанда өс тапҡыр ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ