Мәләүез районында заманса автоматлаштырылған элеватор сафҡа инәсәк

Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында «Амкадор-Ағиҙел» предприятиеһы ҡоролмалары менән яңы элеватор сафҡа инәсәк. Яңы объектты төҙөлөшөнөң тәүге этабы тамамланған. Ҡоролмаларҙың 90 проценты Башҡортостан производствоһы, таҙартыу аппараттары-Белорус республикаһыныҡы. Ике республиканың берлектәге заводы ҡоролмалары менән йыһазландырылған ҡеүәтле яңы элеватор быйыл көҙ тулы көсөнә эшләй башлар тип көтөлә. Элеватор игенде ҡабул итеүҙән алып киптереү, таҙартыу, һаҡлау этаптарына тиклем автоматлаштырылған системала хеҙмәт итәсәк. Был процесс менән бер оператор компьютер аша идара итә ала. Быға тиклем хужалыҡтың элеваторы булмаған. Яңы объект уңышты йыйып алып һаҡлауға ваҡытында һалыу эшен тиҙләтә, уңайлы шарттарҙа иген боҙолмай һаҡлана. Шулай уҡ хужалыҡта мега-ферма төҙөлә

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ