Рәсәйҙә балаларҙы юл йөрөтөүҙә ҡағиҙә боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡәтғиләштерелде

Федераль законға индерелгән төҙәтмәләр штраф күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Хәҙер өс мең штраф урынына биш мең һум түләргә тура киләсәк. Яуаплы вазифа биләүселәргә сумма 25 меңдән 50 мең һумға тиклем арттырылды. Ә ҡағиҙә боҙған ойошмаларға штраф йөҙ мең урынына ике йөҙ мең һум күләмендә һалына. Билдәләргә кәрәк, балалар ташыуҙы эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә ойоштороусылар элеккесә юридик шәхестәр менән бер тигеҙ дәрәжәлә административ яуаплылыҡҡа эйә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ