Ул яңы йыл каникулы тамамланғас башланыуы ихтимал. Табиптар был күренеште тәбиғи тип иҫәпләй. Белгестәр вирус сирҙәре таралыуын балаларҙың мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йөрөй башлауына, халыҡтың оҙайлы ялдан һуң эш урындарына ҡайтыуына бәйләй. Инфекционистар киҫкен респиратор вирус ауырыуҙары менән «А» тибындағы киҙеү эпидемияһы оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ һәм февраль уртаһына тиклем дауам итә тип фаразлай. Һуңынан ул «Б» тибындағы грипп менән алышыныуы ихтимал. Был төр еңелерәк үтә.
Сирҙе айырыуса өс йәшкә тиклемге балалар һәм йөклө ҡатындар ауыр үткәрә. Республика перинаталь үҙәгендә мәҫәлән, төрлө райондарҙан килгән ҡатындарға обсервация бүлеге ойошторолған. Ә пневмония диагнозы ҡуйылған пациенттар бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған Зубов инфекция госпиталендә дауалана. Табиптар буласаҡ әсәләргә вирустан һаҡланырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итә.



