Мәғариф учреждениеһы Өфө районы Шмидтов ауылында урынлашҡан. Белем йортон асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҙур, заманса мәғариф үҙәге Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтә. - Каникул тамамланды. Алда - ҙур эштәр. 2026 йылға билдәләнгән бурыстарҙы үтәүгә тотонабыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.




