2025 йылда 100 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырылған, 18 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. 26 башланғыс өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. 31 проект буйынса килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Үҫеш Корпорацияһы белгестәре бизнесҡа ярҙам итә. Инвесторҙарға төҙөлөш өсөн ер участкалары сауҙа үткәрелмәйенсә бирелә, һалым ташламалары ҡарала.




