Шыршы тапшыр - бүләккә мандарин ал

Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа. Баш ҡалала ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса 11 пункт булдырылған. Уларҙың адресы менән Өфө ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин. Эшкәртелгән шыршылар мебель етештереүҙә ҡулланыла. Шыршыларҙы  17 һәм 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр экологик акция барышында ике меңдән ашыу ылыҫлы ағас тупланған.

Фото №1 - Шыршы тапшыр - бүләккә мандарин ал
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ