Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде

Яңы йылда яңы мәктәпкә. Өфө районының Шмидтов ауылында мәғариф үҙәге сафҡа инде. Белем усағы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк. Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм яугирҙың ғаиләһе, туғандары ла ҡатнашты.

Яңы мәктәп барлыҡҡа килеүе йылдам үҫешкән ауыл өсөн күптән көтөлгән ваҡиға. Быға тиклем балалар күрше Шамонин ауылына йөрөп уҡыған. Хәҙер белем усағы яҡында ғына һәм иң мөһиме заманса йыһазландырылған үҙәк. Сенсор таҡталар был мәктәп өсөн яңылыҡ түгел. Бында кибер технологияларҙан алып креатив индустрияларға тиклем уҡытасаҡтар.

Белем биреү үҙәгенең Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың исемен йөрөтөүе лә абруй өҫтәй. Бында балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бүленәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ