Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 200-ҙән ашыу берәмек техника, 340 коммуналь хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Уҙған тәүлектә генә муниципаль хеҙмәттәр 17 мең кубометр ҡар һәм 8 мең ярым кубометр сүп-сар сығарған. 282 тонна боҙға ҡаршы материал ҡулланылған. «Сурсис» ойошмаһы ла автомобиль юлдары һәм юл үткәргестәрҙе тәртипкә килтерә. Компания ҡарамағында 26 берәмек ҡеүәтле техника иҫәпләнә. Эшселәр тротуар һәм баҫҡыстарҙы ла ҡарҙан таҙарта.
Баш ҡала биләмәһендә ике ҡар иретеү пункты эшләй, улар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Ҡарҙы сығарыу буйынса барлыҡ эштәр штат режимында башҡарыла. Билдәле булыуынса, Сәғит Агиш урамындағы пунктта тәүлегенә 2 мең ярым кубометр ҡар ҡабул ителә. Хеҙмәткәрҙәр быйыл яуым-төшөмдөң күп булыуын билдәләй.



